ЙӘНБУХТИНА Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы (28.7.1938, Өфө), сәнғәт белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2004), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Рәссамдар союзы (1973), Рәсәй сәнғәт ғилеме белгестәре ассоциацияһы (1992), Халыҡ‑ара художество тәнҡитселәре ассоциацияһы (1993), Рәссамдар ижади союзы (2003) ағзаһы. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1966) 1970 й. тиклем БДХМ‑да өлкән ғилми хеҙм‑р, 1973—74 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1975—76 йй. ӨДСИ‑лә, 1977—84 йй. ӨНИ‑лә уҡыта, 1974—75 йй. БАССР‑ҙың Урындағы сәнәғәт министрлығында баш сәнғәт ғилеме белгесе, фәнни‑тикшеренеү лаб. мөдире, 1976—77 йй. ТТӘИ хеҙм‑ре, 1984 й. алып “Ағиҙел” ПБ‑нда рәссам‑сәнғәт белгесе, 1989 й. башлап А.Э.Тюлькин йорто, 1990 й. – “Восток” традицион һәм хәҙ. заман сәнғәте галереяһы дир., 1996 й. алып ӨДИСУ‑ла уҡыта (художестволы проектлау каф., 2004—09 йй. дизайн каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың биҙәүҡулланма сәнғәте һәм һынлы сәнғәте өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, хәҙ. заман художество кәсептәре һәм традицион халыҡ һөнәрҙәре (ҡара: Сәнғәт ғилеме) мәсьәләләренә, халыҡ сәнғәтен өйрәнеү һәм анализлау методологияһын эшләүгә арналған. 20 б. 1960 йй. аҙ. — 70‑се йй. этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша, уның авторлыҡ концепцияһы б‑са Башҡортостан ҡалаларында халыҡ сәнғәте әҫәрҙәре күргәҙмәләре ойошторола. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. Тюлькин (1975), Ә.Ф.Лотфуллин (1978), Б.Ф.Домашников (1984), Ф.Р.Йәрғәлиев (1998), М.Д.Кузнецов (2010) ижадтарына һәм төбәк сәнғәтенә [“Башҡорт сувенирҙары” (“Башкирские сувениры”), 1982; “Башҡорт өйөн йыһазландырыуҙа халыҡ традициялары” (“Народные традиции в убранстве башкирского дома”), 1993; «“Восток” фондының традицион һәм хәҙерге заман сәнғәте галереяһы» («Галерея традиционного и современного искусства фонда “Восток”»), 1997] һ.б. монографиялар һәм альбомдар авторы. 1966 й. алып ғилми, ш. иҫ. халыҡ‑ара төрки (Ҡазан, 1992) конференцияларҙа, тарихсылар һәм сәнғәт тәнҡитселәре конгресында (Ренн ҡ., Франция; 1996) ҡатнаша. Уның ҡатнашлығында Өфөлә “Восток” банкыһының традицион һәм хәҙ. заман сәнғәте галереяһы һәм коллекцияһы (1990); ӨДИСУ‑ла “Academia” галереяһы (1999; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары); Рәсәй сәнғәт ғилеме белгестәре ассоциацияһының Башҡ‑н бүлеге (2009 й. алып рәйесе) булдырыла, Д.Д.Бурлюктың 110 йыллығына арналған “Авангард сәнғәте — бөтә донъя аралашыу теле” (“Искусство авангарда — язык мирового общения”, 1992), “Евразия сәнғәте мәҙәниәттәр киҫелешендә” (“Искусство Евразии на перекрёстке культур”, 1998), “Төбәк (Урал‑Волга буйы) сәнғәт ғилемен үҫтереү мәсьәләләре” [“Проблемы развития регионального искусствознания (Урало‑Поволжье)”, 2011] төбәк һ.б. халыҡ‑ара ғилми конференциялары ойошторола.

Хеҙм.: Декоративное искусство Башкортостана. XX век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.