ЙӘНБИРҘИНА Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18.9.1945, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ҡунаҡбай а. – 9.5.2009, Стәрлетамаҡ ҡ.), шағирә. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). 1973 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. һәм Стәрлетамаҡ р‑нының төрлө пр‑тиеларында һәм учреждениеларында эшләй, 1992—94 йй. һәм 2000—09 йй. БР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант; 1996—2000 йй. БР Яҙыусылар союзы “Шишмә” Күмертау яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. “Йөҙөк ҡашы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 й. сыға. Й. ижадына тәрән хис- тойғолар, тел байлығы, образлылыҡ хас. “Күк мунсаҡ” (1991), “Ил инәһе” (1995), “Һандал” (2001) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең төп темаһы — туған халҡының яҙмышы, тормошта кешенең үҙ урыны, ҡатын‑ҡыҙ бәхете. Яҙылып бөтмәгән “Көҫәпәй” романы (1‑се һәм 2‑се бүлектәре 1977 й. һәм 2001 йй. “Ағиҙел” ж. баҫылып сыға), балалар өсөн яҙылған “Ҡолонсаҡ” (1992), “Айбулатым — ейәнем” (1999) китаптары авторы. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Х.Ғиләжев ис. пр. лауреаты (2001, 2006).

Әҫәрҙ.: Даға сыңы: шиғырҙар. Өфө, 2005.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.