ЙӘНБӘКОВ Рамазан Фәтхулла улы (15.3.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байыш а.), йырсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1982) һәм атҡ. (1971) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1957—59 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тының хор солисы, 1961 й. алып Өфө муз.-пед. уч‑щеһында уҡыта, 1963—94 йй. Башҡ. филармонияһының солист-вокалисы. Оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Үҙенсәлекле, бай һәм йомшаҡ тауышлы йырсы. Башҡарыу манераһы йыр асылын тәрән аңлау, уны нескә тойомлау, сағыу образлылыҡ м‑н айырылып тора. Репертуарында классик “Абдрахман кантон”, “Ерән ҡашҡа”, “Ильяс”, “Сәлимәкәй”, “Сибай”, “Уйыл”, “Шәүрә”, “Элмәлек”, “Юлғотло” башҡ. халыҡ йырҙары; М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Ш.З.Ҡолбарисов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙары һәм романстары. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

 

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.