ЙӘНБӘКОВ Әсғәт Ҡотлой улы (1.1.1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишмырҙа а. – 3.8.2012, Сибай ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡ. (1981) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979—2003). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1996—2008 йй. Стәрлетамаҡ башҡ. драма театры актёры. Лирик‑драматик актёр. Сәхнә һөйкөмлөлөгөнә, вокаль башҡарыу оҫталығына эйә була. Сибай башҡорт драма театрындағы төп ролдәре – Рифай (“Аҫыл ҡоштар”, М.Ғәли; дебют, 1974), Ғәфүр (“Туй күлдәге”, Ғ.Ғ. Әхмәтшин), Арыҫлан (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Ә.М.Мирзаһитов), Рәми (“Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми”, Н.Ғәйетбай); Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында — Сәғиҙулла (“Яҙҙар моңо”, А.Ғаффарҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са), Сынтимер (“Айғырыңды үтескә бир”, Р.М.Кинйәбаев), Фәрит (“Күктән төшкән бәхет”, Н.Асанбаев) һ.б. Уның комик ролдәре йәнле, нескә юмор м‑н айырылып тора: Ғилметдин мулла (“Һижрәт”, Н.Иҫәнбәт), Ғәлим (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Малыбай (“Шәүрәкәй”, М.А.Буранғолов) һ.б.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке