АКШЕНЦЕВ Сергей Васильевич (24.5.1975, Ишембай ҡ.), спортсы. Ғәмәли янғын спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). “Динамо” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.В.Барыев). Шәхси зачётта икебәйгелә Рәсәй чемп. (2008), Европа илдәре — Халыҡ-ара янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү б‑са комитет (CTIF) ағзалары чемпионаттарының көмөш (2000) һәм бронза (2002) призёры, донъя (2009) һәм Рәсәй (2000, 2003) чемпионаттарының бронза призёры. Команда зачётында ябыҡ биналарҙа ғәмәли янғын спорты б‑са Европа (2003) һәм Европа илдәре — CTIF ағзалары (2000) чемп., Азия илдәренең халыҡ-ара чемпионаты еңеүсеһе (2003), Рәсәй чемп. (2009—10), донъя чемпионатының көмөш призёры (2008, 2011). Азия Кубогы рекордсыһы (2003). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018