ЙӘН, башҡ. мифологияһында ҡот, исем, тын м‑н бергә кешенең 4 йәнен тәшкил иткән төп Й. береһе. Үҙ аллы субстанция (ҡара: Анимизм); әсә ҡарынындағы балаға 4‑се ай киткәс керә (Й., донъя ағасында ултырып, үҙенә тән алыу сиратын көтә, тип иҫәпләнгән). Й. тәнде ваҡытлыса (йоҡлаған, һуштан яҙған, ауырыған, мәрткә киткән ваҡытта һ.б.) йәки мәңгелеккә (үлем) ташлап китә ала. Йоҡо ваҡытында ул аҡ йомарлаҡ йәки себен сүрәтендә ил гиҙеп йөрөй, йоҡлап ятыусыны ҡапыл уятһаң, тәнгә кире ҡайтып өлгөрмәй һәм кеше үлергә мөмкин. Үлгәндән һуң Й. тәнде, күбәләк, ҡош һ.б. әйләнеп, ташлап китә. Фажиғәле һәләк булған кешенең Й., уның тәненә юлды күрһәтеп, яңынан терелтеп була тигән инаныу булған: һыуға батҡан кешенең ауыҙынан һыуға тиклем таҫма йәки бау һуҙғандар. Үлгән кешенең Й. 40 көнгә тиклем туғандары янында була, һуңынан уларҙы ташлап китә һәм тик йома көндө генә килеп йөрөй, тип уйлағандар. Башҡорттар ата‑бабаларҙың Й. уларҙың нәҫел‑ырыуын һаҡлап, ҡурсалап тора тип иҫәпләгән һәм уларға илтифатлыҡ күрһәтеү өсөн үҙенсәлекле йолалар (ҡара: Атабабалар культы) үтәлгән. Шулай уҡ кеше үлгәндән һуң, уның Й. икенсе тәнгә күсә тигән ышаныу булған. Үҙ үлеме м‑н үлмәгән йәки тейешле йолаларҙы үтәмәй ерләнгән кешеләрҙең Й. шәүлә рәүешендә (албаҫты, мәскәй, убыр, өрәк) йөрөй. Исламды ҡабул иткәндән һуң, Й. т‑дағы инаныуҙар (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар) ерләү йолаларында һаҡланған.

Башҡ. телендә Й. т‑дағы күҙаллауҙарҙы сағылдырған фразеологизмдар бар: “йән алҡымға килеү”, “йән атыу”, “йән рәхәте”, “ҡара йән” һ.б.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018