ЙӘММӘТ, Шаран р‑нындағы ауыл, Нөрәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 645; 1939 — 601; 1959 — 638; 1989 — 385; 2002 — 412; 2010 — 397 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Шаран 1‑се урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1635 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала. 1795 й. 26 йортта 120 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 230 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

 Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018