ЙӘМИЛEВ Рауил Ислам улы (25.4. 1957, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1984 й. алып Математика ин‑тында эшләй (2001 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге математик физика тигеҙләмәләрен тикшереүгә арналған. Й. тарафынан интегралланыусы эволюция тигеҙләмәләре өсөн Беклунд үҙгәртеүҙәре, күп ҡырлы Шрёдингер тигеҙләмәләре өсөн автоүҙгәртеүҙәр өйрәнелә, квазилокаль функция төшөнсәһе индерелә, ярашлы Миура үҙгәртеүҙәре м‑н модификацияланған тигеҙләмәләрҙе төҙөү схемалары, интегралланыусы тигеҙләмәләрҙе тест б‑са һынау һәм квалификациялау ысулдары һ.б. эшләнә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Симметрийный подход к проблеме интегрируемости //Теоретическая и математическая физика. 2000. Т.125. №3 (авторҙ.); Условия интегрируемости для аналогов релятивистской цепочки Тоды //Шунда уҡ. 2007. Т.151. №1.

Ю.З.Шәйғәрҙәнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке