ЙӘМИЛЕВ Марат Арыҫлан улы (23.11.1938, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Әнәс а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Миәкәбаш а., – 2.11.1996, Сибай ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1967). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин курсы) Сибай башҡ. драма театры актёры. Сибай башҡорт драма театры сәхнәһендә 100‑ҙән ашыу роль башҡара. Актёр ижад иткән образдар тормошсан булыуы, хистәрҙең тулылығы м‑н айырылып тора: Лояль (“Тартюф”, Мольер; дебют, 1965), Аҡмулла (“Өҙөлгән моң”, К.Мәргән), Фәрит (“Тал бөгөлә”, Ғ.Ғ.Байбурин), Дауыт (“Аҡҡош йыры”, Б.Бикбай), Ғәзиз (“Ҡыҙыл йондоҙ”, М.Ғафури). Геройҙың эске донъяһын тәрән аңлап ижад ителгән иң күренекле ролдәренең береһе — Салауат (“Салауат. Өн аралаш ете төш”, М.Кәрим).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.