ЙӘМӘЛЕТДИНОВ Алик Камил улы (18.3.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1976—85 йй. һәм 1998 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1985—2004 йй. Өфө дәүләт сервис ин‑тында эшләй: 1993—95 йй. хисаплау техникаһы һәм автоматлаштырылған идара итеү системаһы каф., 2003 й. башлап автоматик проектлау системаһы һәм графика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге конструкция материалдары физикаһы һәм механикаһына, математик модель әҙерләүгә арналған. Й. тарафынан ҡаты есемдәрҙең үҙгәреүе һәм емерелеүенең микроскопик физик процестары, нефть сығарыу технологиялары моделдәре эшләнгән; үтә һығылмалы форма барлыҡҡа килеүҙең критик параметрҙарын билдәләү ысулдары уйлап табылған; механик юл м‑н эшкәртеү ваҡытында йылы бүленеп сығыуҙың, деформация ваҡытында үҙенән‑үҙе дефектлы структура барлыҡҡа килеүҙең микроскопик теорияһы үҫтерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Физика процессов получения объёмных наноматериалов. Уфа, 2008.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке