ЙӘМӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Имәнлеҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 283 кеше; 1920 — 369; 1939 — 365; 1959 — 357; 1989 — 433; 2002 — 128; 2010 — 130 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. башында Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 23 йортта 126 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Р.Л.Ханов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.