ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК ФЕКЕРЕ, ижт. ваҡиғаларға, көнүҙәк проблемаларға, төрлө соц. төркөмдәр, ойошмалар, айырым шәхестәр эшмәкәрлегенә мөнәсәбәтте (йәшерен йәки асыҡ, вербаль йәки вербаль булмаған) үҙ эсенә алған йәмәғәтселек аңы торошо; ижт. проблемаларға ҡарата хуплауҙы йәки тәнҡитләүҙе белдерә; йәмәғәт тәртибен һәм ижт. мөнәсәбәт нормаларын көйләй. Й.ф. — социологияның һәм социаль философияның өйрәнеү предметы. Ҡатмарлы соц. коммуникацияла барлыҡҡа килә һәм һайлауҙарҙа, референдумдарҙа, йыйылыштарҙа, халыҡ араһында үткәрелгән һорау алыуҙарҙа, киң мәғлүмәт сараларында, митингыларҙа, демонстрацияларҙа, забастовкаларҙа, лобби структураларында һәм баҫым яһау төркөмдәрендә, гражданлыҡ буйһонмауы акцияларында, ихтилалдарҙа һ.б. сағылыш таба. Й.ф. когнитив, эмоциональ, аксиологик, тәртип һ.б. элементтарҙы айыралар. Й.ф. киң таралыу, интенсивлыҡ, тотороҡлолоҡ хас.

Башҡортостанда Й.ф. өйрәнеү 20 б. 70‑се йй. башлана. Авиация техник университетының социол. лаб. ҡала халҡының Й.ф., Башҡорт дәүләт университеты лаб. соц. проблемалар һәм уларҙың Й.ф. сағылышы, Педагогика университеты лаб. — пропаганда һәм агитацияның һөҙөмтәлелеге өйрәнелгән; РФА Өфө ФҮ-нең социол. бүлеге тарафынан мониторинг тикшеренеүҙәре үткәрелгән. Ижтимағисәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты, Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының соц.‑хоҡуҡи тикшеренеүҙәр секторы, Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ижт. күренештәргә фараз яһай. Өфөлә “СИМАКС” (1993 й. алып), “МАРКОН” (2003 й. алып) сәйәси, ижт. фекерҙе маркетинг тикшереүе үҙәктәре һ.б. эшләй.

Й.ф. өйрәнеүгә Р.З.Сәлиевтең (хәҙ. Рәсәй үҫешендә альтернативалар һәм йәштәрҙең идеалдары), Е.Д.Сенникованың (Й.ф. социологияһы), Р.Т.Фәрхетдиновтың (мониторинг типтары) һ.б. фәнни хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: Фархтдинов Р.Т. Мониторинг в системе государственного управления социальными и политическими процессами. Уфа, 2003.

Е.Д.Сенникова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке