ЙӘМӘҒӘТ ТУҠЛАНЫУЫ, кулинария продукцияһы, ондан кондитер һәм булка изделиелары етештереү, уларҙы һатыу һәм ҡулланыуҙы ойоштороу м‑н шөғөлләнгән пр‑тиелар йыйылмаһы. Й.т. пр‑тиелары 5 төргә айырыла: ресторан, бар, кафе, ашхана һәм тәғәмхана. Пр‑тиеларҙың төрөн билдәләгәндә һатылған продукцияның ассортименты, уның төрлөлөгө һәм әҙерләү ҡатмарлылығы; пр‑тиеның техник яҡтан йыһазландырылған булыуы; хеҙмәтләндереү ысулдары һәм сифаты; персоналдың квалификацияһы; ҡулланыусыларға күрһәтелгән хеҙмәттәр номенклатураһы иҫәпкә алына. Ресторан, кафе һәм барҙар продукция етештереүҙе, һатыуҙы һәм ҡулланыуҙы ойоштороуҙы ҡулланыусыларҙың ялын һәм күңел асыуын ойоштороу м‑н бергә алып бара. 19 б. — 20 б. башында Өфөлә һәм Өфө губернаһының башҡа ҡалаларында Й.т. хеҙмәтен ашханалар, трактирҙар, ресторандар, спиртлы эсемлек йорттары, юлаусылар йорттары һ.б. күрһәтә. Ярлылар өсөн бушлай ашханалар була (ҡара: Хәйриә). 1921—22 йй. аслыҡ осоронда Башҡ. респ. һәм Өфө губ. бушлай ашханалар эшләй. Индустриялаштырыу йылдарында эшселәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн йәмәғәт ашханалары селтәре булдырыла. Өфөлә 1930 й. — 48, 1939 й. 257 ашхана һәм тәғәмхана иҫәпләнә. Й.т. пр‑тиелары дәүләт сауҙаһы йәки ҡулланыусылар кооперацияһы структураһына инә. Кооператив ойошмалар продукцияһының Й.т. әйләнешендәге тотҡан урыны 1932 й. 93% тәшкил итә. 1938 й. Башсоюз (ҡара: Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы) а.х. эштәре осоронда колхозсыларҙы туҡландырыуҙы ойоштора. 1940 й. респ. 929, 1965 й. — 1981, 1970 й. — 2597, 1975 й. — 3137, 1980 й. — 4034 дәүләт һәм кооператив Й.т. пр‑тиеһы (ашханалар, тәғәмханалар, сәйханалар, буфеттар һәм ресторандар) була. Пр‑тиелар һаны ҙур фабрика‑кухнялар, әҙерләү (ярым фабрикаттар етештереү) урындары, Й.т. комб‑ттары булдырыу һәм хеҙмәтте механизациялау иҫәбенә үҫә. 90‑сы йй. башында Й.т. пр‑тиеларын хосусилаштырыу процесы башлана. 90‑сы йй. аҙ. алып БР‑ҙа юл буйы Й.т. пр‑тиелары һәм тиҙ туҡланыу селтәрҙәре үҫешә. 2011 й. БР‑ҙа һәр кем туҡланырлыҡ 721 ашхана һәм тәғәмхана, уҡыу йорттары, ойошмалар һәм сәнәғәт пр‑тиелары эргәһендә 3271 ашхана, 1251 ресторан, кафе һәм бар иҫәпләнгән. Й.т. пр‑тиелары әйләнеше күләме табл. бирелгән. Әйләнеш халыҡҡа, ойошмаларға һәм Й.т. өлкәһендә эшләгән шәхси эшҡыуарҙарға һатылған үҙ кулинария продукцияһының һәм һатып алынған тауарҙарҙың хаҡын үҙ эсенә ала.

Ш.С.Сәйфуллин

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше

 

2000

2005

2010

2011

Йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше, млн һум

2272,0

9037,8

21253,6

26130,3

Йән башына әйләнеш, һум

552,6

2220,0

5221,6

6423,1

Әйләнештең физик күләме индексы (былтырға ҡарата %‑тарҙа)

118,6

114,9

105,1

105,9