АКЦИЯЛАР (нем. Aktie), ҡиммәтле ҡағыҙҙар төрө. Акционерҙар йәмғиәттәре тарафынан сикләнмәгән әйләнеш ваҡыты м‑н сығарыла; хужаларының (акционерҙарҙың) АЙ килеменең өлөшөн дивидендтар рәүешендә алыу, АЙ м‑н идара итеүҙә ҡатнашыу һәм АЙ бөтөрөлгәндә уның милкенең бер өлөшөнә хоҡуғын нығыта. А. исемле ҡиммәтле ҡағыҙ булып тора.

А. 2 төп төрө бар: ябай һәм өҫтөнлөклө. Ябай А. предприятиеның бер йыллыҡ хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә дивидендтар алыу мөмкинлеге, акционерҙар йыйылышында тауыш биреү һәм АЙ бөтөрөлгән осраҡта ҡалдыҡ хоҡуғы (бөтә бурыстарҙы һәм өҫтөнлөклө А. б‑са өлөштәрҙе түләгәндән һуң) м‑н активтарҙа ҡатнашыу хоҡуғы бирә. Өҫтөнлөклө А. АЙ эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләренә ҡарамайынса билдәләнгән күләмдәге дивидендтар алыу хоҡуғы, АЙ бөтөрөлгән осраҡта милектең өлөшөн алыуҙа өҫтөнлөк бирә, ләкин идара итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге бирмәй. Дәүләт ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн махсус хоҡуҡ — “алтын акция” индерелгән. Алтын акциялар ябай А. бөтә хоҡуҡтарына эйә, дәүләт милке булып ҡала һәм йәмғиәттең уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереүгә, уны үҙгәртеп ҡороуға һәм бөтөрөүгә, башҡа пр‑тиеларҙа ҡатнашыуға, залогҡа йәки ҡуртымға биреүгә, һатыуға йәки милекте тартып алыуға ҡағылышлы мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә вето хоҡуғы бирә. Улар ярҙамында хосусилаштырылған пр‑тиелар эшмәкәрлегенә дәүләт контроле башҡарыла. А. номиналь, эмиссион һәм баҙар (курс) хаҡы бар.

Башҡортостанда тәүге А. 19 б. тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәттәре сығара. Яңы иҡтисади сәйәсәт бөтөрөлгәс А. әйләнеше туҡтатыла. 20 б. 90‑сы йй. башында күп дәүләт пр‑тиелары акционерҙар компанияларына әйләнгәс А. күпләп сығарыла башлай. 2010 й. фонд баҙарында “Башинформсвязь”, “Башкирэнерго”, “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салават”, “Уфанефтехим”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һ.б. респ. пр‑тиеларының А. әйләнештә була.

А.Ф.Килмәтов, В.М.Резбаев, Р.Э.Әхтәмов

Тәрж. Г.М.Яҡупова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.