ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕНЕҢ ҮҘӘК АРХИВЫ, 1929 й. ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының Партия архивы булараҡ Истпарт архивы нигеҙендә ойошторола, 1991 й. алып Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы, 2011 й. — БР Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы, 2015 й. Үҙәк тарих архивы м‑н бергә Милли архивҡа берләштерелә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: документтарҙы ҡабул итеү, комплектлау, иҫәпкә алыу, реставрациялау һәм һаҡлау, файҙаланыу һәм баҫтырып сығарыу, дәүләт власы һәм муниц. берәмек органдарын мәғлүмәт м‑н тәьмин итеү һ.б. йүнәлештәр. Й.б.ү.а. 8683 фонд (1,3 млн һаҡлау берәмеге; 2015) иҫәпләнә, уларҙа Өфө губернаһының, Бәләкәй Башҡортостандың, БАССР‑ҙың партия һәм комсомол ойошмалары документтары, революцияла (1905—07), революцияла (1917), Граждандар һуғышында, Башҡорт милли хәрәкәтендә, сәйәси ойошмалар һәм хәрәкәттәрҙә, профессиональ союздарҙа, милли‑мәҙәни берекмәләрҙә ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре, ш. уҡ З.Ш.Аҡназаровтың, Н.Асанбаевтың, З.А.Биишеваның, М.Ғ.Гәрәевтең, Т.Т.Күсемовтың, М.Кәримдең, Р.Ғ.Өмөтбаевтың һ.б. шәхси архивтары (70‑кә яҡын фонд) һаҡлана. Йәшерен документтарҙы асыу, автоматлаштырылған архив технологияларын индереү б‑са эш алып барыла. Архив тарафынан “Башҡортостанда Граждандар һуғышы. Ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре” (“Гражданская война в Башкирии. Воспоминания участников”; 1932), “Башҡортостанда 1905—1907 йй. революция хәрәкәте тураһында документтар һәм материалдар йыйынтығы” (“Сборник документов и материалов о революционном движении 1905—1907 гг. в Башкирии”; 1956), “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” (“Башкирия в годы Великой Отечественной войны”; 1995), “Башҡортостан Республикаһы телдәре һәм халыҡтары. Дәүләт телдәре: тарих һәм хәҙерге заман” (“Языки и народы Республики Башкортостан. Государственные языки:история и современность”; 3 киҫәктән тора, 2007—2011), “Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы. Белешмә” (“Центральный государственный архив общественных объединений Республики Башкортостан. Путеводитель”; 2009), “Хеҙмәт геройҙары” (“Герои труда”; 2011) һ.б. нәшер ителә. Дир.: Н.А.Земляков (1929 й. алып), Л.П.Гнедков (1930 й. алып), Ф.Г.Заикин (1937 й. алып), Г.И.Гужвенко (1938 й. алып), П.А.Кузнецов (1939 й. алып), Ә.Г.Ғадилов (1949 й. алып), Ф.П.Байчиков (1952 й. алып), И.М.Гулин (1960 й. алып), З.П.Тютева (1962 й. алып), В.С.Володина (1967 й. алып), Б.А.Кузнецов (1974 й. алып), Ғ.Д.Ирғәлин (1985 й. алып), С.Н.Мырҙаханова (1999 й. алып), Ю.Х.Юлдашбаев (2006—15). Шулай уҡ ҡара: Архивтар.

Ю.Х.Юлдашбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018