ЙӘЛИЛ (Йәлилов) Муса Мостафа улы [2.2.1906, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мостафа а. (Ырымбур өлк. Шарлыҡ р‑ны) – 25.8.1944, Плётцензее хәрби төрмәһе, Берлин], шағир. Советтар Союзы Геройы (1956). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1914—17), МДУ‑ны тамамлаған (1931). 1925 й. алып Орск өйәҙе һәм Ырымбур губ. ВЛКСМ ком‑ты инструкторы. 1927—38 йй. Мәскәүҙә: ВЛКСМ ҮК‑ның татар-башҡ. секцияһы бюроһында яуаплы секретарь урынбаҫары була, бер үк ваҡытта матбуғат органдарында эшләй. ТАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары (1939—41). Б.В. һуғышында 2‑се удар армияның “Отвага” (“Батырлыҡ”) гәз. хәбәрсеһе. Әсиргә төшә (1942), йәшерен антифашистик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашҡаны өсөн язаға тарттырыла. Уның ижадына революцион пафос, романтик күтәренкелек, лирика хас [“Беҙ киләбеҙ” (1925); “Иптәшкә” (1929); “Орденлы миллиондар” (1934) йыйынтыҡтары һ.б.; бөтәһе лә — татар т.]. “Ек Мәргән” башҡ. эпосы мотивтары б‑са ижад ителгән “Алтынсәс” (1941; татар т.) операһы либреттоһы авторы. Б.В. һуғышы йылдарында яҙылған шиғырҙары фашизмды еңеүгә ышаныс м‑н һуғарылған [“Госпиталдән” (1941); “Атака алдынан” (1942) һ.б.; бөтәһе лә — татар т.]. Әсирлектә яҙылған “Моабит дәфтәре” (1953; татар т.) шиғырҙар циклы – үҙ эшенең дөрөҫлөгөнә инанған кешенең ныҡлығына гимн — шағир ижадының юғары ҡаҙанышы. Әҫәрҙәре башҡ. телендә нәшер ителгән. Ленин пр. лауреаты (1957). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1956). Й. исеме Татар опера һәм балет театрына бирелгән; уның исеме м‑н Ҡазан, Мәскәү, Ырымбур, Туймазы, Өфө ҡҡ. урамдар, ТР‑ҙағы ауыл, планета һ.б. аталған. Ҡазанда, Ырымбурҙа уға һәйкәл ҡуйылған. Тыуған ауылында йорт‑музей, Ҡазанда музей‑фатир, Минзәлә ҡ. мемориаль музей асылған.

Әҫәрҙ.: Шиғырҙар. Өфө, 2006; Избранные произведения. М., 1979; Әсәрләр: 4 томда. Казан, 1975—1976.

Әҙәб.: Бикмухаметов Р.Г. Муса Джалиль: личность, творчество, судьба. М., 1989; Мостафин Р.А. Өзелгән җыр эзеннән. Казан, 1982.

М.С.Шәрипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018