ЙӘЛӘЛЕТДИНОВ Вәкил Әхәр улы (27.10.1955, Силәбе өлк. Ҡолой а.), йырсы (баритон). БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1995) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1984; Б.Н.Вәлиева класы) Башҡ. филармонияһының эстрада, 1986—2009 йй. муз.‑әҙәби лекторийы солисы. Күркәм тембрлы йомшаҡ тауышҡа эйә. Башҡарыу алымы тәьҫирле булыуы һәм художестволы образды бар нескәлегендә тапшыра алыу һәләте м‑н айырылып тора. Репертуарында Н.А.Римский‑Корсаков, П.И.Чайковский, Дж.Верди операларынан, И.Кальман, И.Штраус оперетталарынан ариялар, ватан һәм сит ил комп. вокаль әҫәрҙәре, башҡ. халыҡ йырҙары. А.Х.Ғабдрахманов, Ф.М.Ғафуров, Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.Т.Кәримов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. вокаль циклдарын, романстарын һәм йырҙарын тәүге башҡарыусы. Рәсәй, Германия, Ҡаҙағстан буйлап гастролдәрҙә була. Ғ. Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1979).

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на башкирском языке