ЙӘЛЕМБӘТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Һарайҫа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 649 кеше; 1920 — 619; 1939 — 564; 1959 — 561; 1989 — 431; 2002 — 400; 2010 — 373 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы Ҡәҙерғәле Йәлембәтов билдәле). Шулай уҡ Шыпай булараҡ теркәлгән. 1816 й. 14 йортта 93 кеше йәшәгән, 1865 й. 18 йортта — 103 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. Й. (Шыпай) исеме м‑н иҫәпкә алынған. А.Ғ.Иҫәнғолов, К.Б.Сабитов, М.Х.Солтанғәлиев, Р.Ә.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018