ЙӘЛЕМБӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 27 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 307 кеше; 1920 — 372; 1939 — 274; 1959 — 297; 1989 — 281; 2002 — 382; 2010 — 371 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Таштимер урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. башында Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улдары сотник Ҡыуандыҡ, Байморат, Байкөсөк, Ҡунаҡкилде Йәлембәтовтар билдәле). Башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Тәтлембәт исеме м‑н (улус старшинаһы Тәтлембәт Йәлембәтов исеменән) 1755 й. алып билдәле. 1866 й. Й. (Ярылар) 27 йортта 167 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 50‑се йй. Й. 18 б. нигеҙләнгән Юламан а. (Ҡотлоғужа, Ҡатай) ҡушыла. С.Ғ.Истамғәлин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018