АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең ойоштороу-хоҡуҡи формаһы; устав капиталы акционерҙарҙың йөкләмә хоҡуҡтарын раҫлаусы билдәле бер һандағы акцияларға бүленгән коммерция структураһы. Ойоштороу документы булып АЙ‑ларҙың уставы тора, унда йәмғиәттең маҡсаты, капитал күләме, идара итеү тәртибе, етәксе органдар структураһы һ.б. билдәләнә. Ябыҡ (акцияларын йәмғиәтте ойоштороусылар араһында йәки алдан билдәле бер төркөм кешеләр араһында ябыҡ яҙылыу формаһында тарата) һәм асыҡ (акцияларын теләһә ниндәй һатып алыусыға һата) АЙ‑лар айырыла.

Башҡортостанда тәүге АЙ‑лар 19 б. 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында тау сәнәғәтендә барлыҡҡа килә (ҡара: Кнауф тау заводтары акционерҙар компанияһы, Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте һ.б.). 1861—85 йй. 4 компания (Белорет заводтары йәмғиәте, Һирге-Өпәле тау заводтары ширҡәте һ.б.), 1886—1900 йй. — тағы 7 компания (Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте, Өфө тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте һ.б.) ойошторола.

20 б. башына ҡарата бөтә компанияларҙың төп капиталы 30 млн һумдан ашыу тәшкил итә. 1917 й. төп капиталы 1 млн һум булған 8 компания эшләй. Тау заводы АЙ‑ларында (тау заводы ерҙәренең яҡынса 30%‑ын биләгән) суйындың яҡынса 40%‑ы, тимерҙең 25%‑ы, ҡоростоң 50%‑ы иретелә. Акциялаштырыу финанс капиталының (ш. иҫ. сит ил) туранан-тура ҡатнашлығында бара. 20 б. башында Көньяҡ Уралда ағас әҙерләү һәм ағас һатыу предприятиелары акциялаштырыла: “Өфө урман сәнәғәте ширҡәте”, “Чистозвонов М.А., Савинков Н.П. һәм К°” һ.б. Беренсе донъя һуғышы йылдарында тау сәнәғәте һәм фабрика-завод сәнәғәтенең ҡайһы бер тармаҡтары пр‑тиелары хәрби продукция етештереүгә күсә (ҡара: Алафузов буҫтау фабрикаһы); тау-металлургия сәнәғәте АЙ‑ларының төп капиталы 34 млн һумдан (1913) 39 млн һумға тиклем (1917 й. башы) арта, сит ил капиталы өлөшө уларҙа 37%‑тан 32%‑ҡа тиклем кәмей. Был осор акциялаштырылған тау сәнәғәте пр‑тиеларын контролдә тотоуҙа банк капиталының роле үҫеү м‑н характерлана: Рус банкыһы “Эҫем тау заводтары йәмғиәте” эшен контролгә ала, Себер сауҙа банкыһы — Комаровский тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтары йәмғиәтен һ.б. Революциянан (1917) һуң АЙ‑ларҙың күбеһе национализациялана. 20‑се йй. башында АЙ‑лар сәнәғәт, сауҙа, банкылар м‑н идара итеүҙең бер формаһы була; уларҙың ойошторолоуын РСФСР ХКС эргәһендәге Баш концессия ком‑ты (1921 й. рәсмиләштерелгән) көйләй. 20‑се йй. аҙ. АЙ‑лар дәүләт берекмәләренә үҙгәртелә.

90‑сы йй. башында баҙар иҡтисадына күсеү, дәүләт һәм муниципаль пр‑тиеларҙы хосусилаштырыу м‑н АЙ‑лар яңынан барлыҡҡа килә. 2010 й.  БР‑ҙа 2342 АЙ (601 асыҡ, 1741 ябыҡ) эшләгән. Улар араһында иң ҙурҙары: “Башнефть”, “Башкиргаз”, “Башкирэнерго”, Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре, “Газпром нефтехим Салават” һ.б. АНК АЙ‑лары. 1994 й. дәүләт мәнфәғәтен тәьмин итеү маҡсатында АЙ‑лар тарафынан алтын акциялар индерелә.

Х.Ә.Барлыбаев, Ф.С.Исхаҡова, Д.Ғүскилдин

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.