ЙӘЙСӘН ҠАРАБАШЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Һыҙғы улусы старшинаһы. 1737 й. июль аҙағында Таймаҫ Шәимов м‑н берлектә ихтилалды баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтеү т‑да Башҡорт эштәре комиссияһы етәксеһе М.С.Хрущёв м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. 1740 й. яҙында Себер даруғаһында 600 кешелек отряды м‑н Ҡараһаҡал отрядына ҡаршы һуғыша. 1740 й. 1 апр. Ҡоҙаш Рахманғолов м‑н берлектә Әләнйейәнғол Ҡотлоғужинды әсиргә ала. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.