ЙӘЙЛӘҮ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 126 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 194 кеше; 1920 — 258; 1939 – 360; 1959 — 247; 1989 — 155; 2002 — 201; 2010 — 181 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1795 й. һәм 1816 й. арауығында Бөрө өйәҙе Йәнәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 27 йортта 103 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 тирмән теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке