ЙӘЙЛӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 493 кеше; 1920 — 534; 1939 — 369; 1959 — 215; 1989 — 173; 2002 — 182; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Ҡаҙаҡлар а. мишәрҙәре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1865 й. Йәйләү а. (Татар Ҡырғыҙы) 50 йортта 290 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. (хәҙ. исемендә) мәсет (1885 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке