Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/YA/YAYAULE_MAHMUT.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/YA/YAYAULE_MAHMUT.jpg'

“ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский тарафынан И.Ш.Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) фонографҡа яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Варианттарын Ф.Х.Камаев, Р.Шәкүр, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Бейеү характерындағы инструменталь көй. “Й.М.” көйөнөң барлыҡҡа килеүе Мәхмүт сәсән т‑дағы легендаға бәйле, ул йәйәүләп батшаға бара һәм уны ҡурай моңо м‑н әсир итә. Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡан ҡурайсыны халыҡ ҙур ихласлыҡ м‑н ҡаршы ала, ул юлда ижад иткән көйҙө “Й.М.” тип йөрөтә башлайҙар. Көй киң диапазонға (2 октаваға яҡын), пунктирлы ритмға, бейеү тыпырлауына хас ике һәм өс өлөшлө метрға ҡоролған, лидия кварталы ҡабатланыусан 2 көйләнештән торған инеш музыка уны үҙенсәлекле итә. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, К.М.Дияров, Сөләймәнов, Р.Р.Рәхимов.

Әҙәб.: Дияров К.М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988; Камаев Ф.Х., Шоңҡаров Н.Д. 400 башҡорт халыҡ йыры=Камаев Ф.Х., Шонкаров Н.Д., 400 башкирских народных песен. Өфө, 2011.

.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018