“ЙӘЙҒОР”, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. 86‑сы һанлы лицейы бейеү ансамбле. 1981 й. ойошторола, 1988 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Зарифа”, “Өс туған”; “Ҡурай һәм ҡылыс”, “Инеш буйында” сюжетлы бейеүҙәре; “Еңгә”, “Тәүге күрешеү”, “Сабата” уйын бейеүҙәре; мари, молдован, мордва, урыҫ, татар халыҡ һ.б. бейеүҙәр. Рәсәй, Греция, Испания, Кипр буйлап гастролдәрҙә була. Респ. (1982, 1984, 1985, 2008), Бөтә Союз (1985; бөтәһе лә — Өфө) үҙешмәкәр художестволы ижад смотрҙары, халыҡ ижады фестивалдәре (Мәскәү, 1987, 1990), Респ. үҙешмәкәр художестволы ижад конкурсы (Өфө, 2006; Гран‑при) лауреаты; Фольклор коллективтары халыҡ‑ара фестивале (Порту ҡ., Португалия, 1998), Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәре коллективтары фестиваль‑конкурсы (Пермь ҡ., 2003) дипломанты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе – БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ғ.Х.Ғабдуллин. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары: Р.Ф.Ғәбитов, З.С.Исмәғилев, Л.И.Нагаева, И.Х.Хәбиров һ.б.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018