“ЙӘДКӘР”, фольклор ансамбле. 1981—2013 й. Башҡорт филармонияһында эшләй. Ф.Х.Иҡсанов, М.И.Ғәйнетдинов ҡатнашлығында уларҙың инициативаһы б‑са ойошторола. Тәүге “Халҡым йыры — моң шишмәһе” (1982, сценарисы һәм реж. Иҡсанов) программаһы башҡ. вокаль һәм инструменталь музыкаһы һәм хореографияһының классик өлгөләрен үҙ эсенә ала. Беренсе составҡа А.М.Айытҡолов, И.Ҡ.Илбәков (икеһе лә — ҡурай), М.С.Ғәйнетдинов, Т.Х.Үҙәнбаева, Ғ.Ғ.Хәмзин, (бөтәһе лә — вокал), Й.З.Бикбирҙин, М.М.Ғәйнетдинова, М.Х.Ханов (бөтәһе лә — бейеү), М.И.Ғәйнетдинов, Г.А.Фазылов (икеһе лә — баян), И.Т.Ғәниев (думбыра), Р.Кәримов (контрабас), А.А.Латипов (думбыра; инструменталь төркөм етәксеһе), артабанғы йылдарҙа – Й.А.Вәхитов (бейеү), Р.М.Ғәйзуллин (ҡурай), БР‑ҙың атҡ. артистары Ф.Ф.Ҡалмырҙин, Х.С.Мөхәмәтйәрова (икеһе лә — вокал), А.Г.Сәфиуллина (бейеү), Ф.Г.Шәйхетдинов (нәфис һүҙ), БАССР‑ҙың атҡ. артистары Х.А.Сәрүәров, Ю.Х.Үҙәнбаев (икеһе лә — баян), артистар В.Т.Рәхмәтуллина (вокал), Р.Н.Дауытов (баян), Л.Р. Сәлимгәрәева (флейта), А.К.Тимеров, БР-ҙың атҡ. артистары Р.Х. Әсәҙуллина, Н.М.Тимерова (бөтәһе лә — вокал), У.Х.Мортазин (бейеү) һ.б. инә. Ансамблгә башҡорттарҙың йолаларын, фольклорын (музыканы, ауыҙ‑тел ижадын һәм хореографияны) бер бөтөн итеп ижади эшкәртеү хас. Артабанғы йылдарҙа “Й.” репертуары “Халҡыма хат” (1989; сценарисы һәм реж. И.Ф.Сиражетдинов), “Тере хәтер — тере һыу”; (1995; сценарисы һәм реж. Р.Ә.Солтангәрәева), Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған “Мираҫ” (2001; сценарисы һәм реж. С.М.Итбаев), “Уралтау күкрәгендә” (2006; сценарисы һәм реж. Солтангәрәева, реж. Итбаев), Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған “450 – ныҡ билле” (2007; сценарисы һәм реж. Солтангәрәева, реж. С.Г.Ильясова) программалары м‑н тулылана. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Халыҡ‑ара төрки телле халыҡтар фестивале (Ялова ҡ., Төркиә, 2004), “Полбек” Төбәк‑ара төрки халыҡтарының фольклор сәнғәте фестивале (Абакан, 2007) һ.б. лауреаты. СССР, Рәсәй, Әзербайжан, Германия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. Художество етәкселәре: Хәмзин (1‑се художество етәксеһе), Үҙәнбаева (2000 й. алып), Мортазин (2006 й. алып), Тимеров (2010 й. алып).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке