ЙӘҒӘФӘРОВА Роза Ҡәйүм ҡыҙы (6.5.1946, Өфө), фтизиоуролог. Мед. ф. д‑ры (1999). А.Ҡ.Йәғәфәровтың һеңлеһе. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Респ. клиник дауаханаһында эшләй, 1973 й. алып “Глуховская” шифаханаһында (1975 й. — баш табип урынбаҫары), 1978 й. — С.‑Петербург фтизиопульмонология ҒТИ‑нда эшләй: 1989 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — клиника етәксеһе; 2005 й. — БДМУ‑ның Өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге бәүел‑енес һәм үпкәнән тыш туберкулёздың башҡа төрҙәре патогенезын, диагностикаһын өйрәнеүгә, дауалау ысулдарын эшләүгә һәм ҡулланылышҡа индереүгә арналған. Й. ҡатнашлығында бөйөрҙәр туберкулёзы, туберкулёз эпидидимитты һәм простатитты дауалау, азотемияны коррекциялау һәм артифициаль бәүел ҡыуыҡлы ауырыуҙарҙа стриктуралар барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү ысулдары эшләнә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Туберкулёз мочеполовой системы: рук. для врачей. СПб., 2004 (авторҙ.); Руководство по лёгочному и внелёгочному туберкулёзу: рук. для врачей. СПб., 2006 (авторҙ.); Фтизиатрия: нац. рук. М., 2007 (авторҙ.).

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке