ЙӘҒӘФӘРОВА Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы (1.4.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), биотехнолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) ӨДНТУ‑ла эшләй: 1996 й. алып технология ф‑ты деканы, 2004 й. — ғәмәли экология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тирәяҡ мөхитте экотоксиканттарҙан һаҡлауға арналған. Й. етәкс. тупраҡты, һыуҙы нефттән һәм нефть продукттарынан, нефть шламдарынан, быраулау ҡалдыҡтарынан таҙартыу технологиялары һәм биопрепараттары; нефть промыслаһы ҡорамалдарының биоген коррозияһын булдырмаусы реагенттар уйлап табыла. Й. ҡатнашлығында родотрин биопрепаратын сәнәғәттә етештереүе яйға һалына. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 50‑нән ашыу уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Инженерная экология в нефтегазовом комплексе. Уфа, 2007 (авторҙ.); Современные методы переработки нефтешламов. М., 2010 (авторҙ.); Утилизация отходов производства и потребления на полигонах твёрдых бытовых отходов с получением альтернативного источника энергии — свалочного биогаза. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Р.Н.Ғәлиәхмәтов

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.