ЙӘҒӘФӘРОВ Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы (1886, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Беләү‑Землянский утары, хәҙ. Медногорск ҡ. составындағы Беләү а., — 25.2.1922), башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а. (хәҙ. Медногорск составында) 2 класлы урыҫ‑башҡ. уч‑щеһын, Орск уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған. 1‑се Бөтә Рәсәй Мосолман съезы делегаты. 1917 й. майынан Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы. 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайын ойоштороусыларҙың береһе. Дек. алып Кесе ҡоролтай ағзаһы, бер үк ваҡытта Башҡорт хөкүмәтенең Эске эштәр бүлеге мөдире. 1918 й. Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдарын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1‑се Бөтә башҡорт хәрби съезын ойоштороусыларҙың береһе. 1919 й. 23 февр. башлап мәғариф халыҡ комиссары, июндән — Башҡортостан хәрбиреволюцион комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы, июлдән — АСБР‑ҙың дәүләт контроле халыҡ комиссары. Сент. Өфө губернаһы властары м‑н Бәләкәй Башҡортостан составына ингән терр. урындағы идара итеү аппаратын респ. ҡарамағына биреү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. 1920 й. башлап АСБР-ҙың Мәғариф ХК‑нда эшләй, 1921 й. — Стәрлетамаҡ ҡ. Америка ярҙам администрацияһының йәмәғәт туҡланыуы бүлеге мөдире.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башкортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; Кульшарипов М.М. А.Ягафаров — видный деятель башкирского национального движения //Этническая история и духовная культура башкир Оренбуржья. Оренбург, 2007.

 

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018