ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы [21.2.1941, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1995), проф. (2008). РФ‑тың атҡ. геологы (1997), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). Р.Ҡ.Йәғәфәрованың ағаһы. Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) “Обьнефтегазразведка” тресында (Төмән өлк.) эшләй (өҙөклөк м‑н): Вах нефть разведкалау экспедицияһының, 1969—70 йй. етештереү‑методик партияһының өлкән геологы; 1968 й. башлап “Краснохолмскнефть” нефть промыслаһы идаралығының ғилми-тикшеренеү лаб. өлкән инженер‑геолог, бүлек нач. вазифаһын башҡарыусы. 1972 й. алып Баш Төмән производство геол. идаралығында: Көнбайыш Себер геол.‑разведка нефть ҒТИ‑ның өлкән геологы, партия нач. вазифаһын башҡарыусы; 1975 й. башлап Төмән тематик экспедицияһының партия нач., 1984 й. — Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулау технологияһы ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тының партия нач., 1985 й. — бүлек мөдире, 1992 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары. 2001 й. алып “Төмән нефть ғилми үҙәге” ЯАЙ бүлегенең баш белгесе, сектор мөдире; 2007—08 йй. “КогалымНИПИнефть” ЯСЙ Төмән филиалының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап Төмән нефть һәм газ ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм геология м‑н бәйле. Й. тарафынан ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге, һыуҙы изоляциялау эштәре ысулдары, Көнбайыш Себерҙәге разведкалау скважиналарында дебитты арттырыу технологияларының геол.‑геофизик нигеҙҙәре эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы. РСФСР МС‑ы пр. (1987), В.И.Муравленко ис. пр. (2006) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Интенсификация притоков нефти из скважин на месторождениях Западной Сибири. Тюмень, 2000 (авторҙ.); Анализ результатов испытания поисково‑разведочных скважин. М., 2003 (авторҙ.); Гидродинамические исследования малодебитных нефтяных скважин. Тюмень, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке