ЙӘБЕШКӘК, йәшел һырлан (Agrimonia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, биҙле, төклө, оҙонлоғо 30—80 см тиклем. Япраҡтары ябай, өҙөк-ишһеҙ ҡанатлы, ғәҙәттә төклө, өҫ яҡтан ҡарағусҡыл йәшел, аҫтан — аҡһыл (азия Й. — һорғолт), өҫкө һабаҡ япраҡтары һирәк, аҫҡылары — розетка һымаҡ, яҡынайтылған. Сәскәләре ваҡ, һары, ике өс бүлемле сәскә ҡолаҡсыны булған ҡыҫҡа сәскә һаптарында, оҙон башаҡ һымаҡ, өҫкө өлөшөндә ҡуйыраҡ тәлгәштәргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — осонда ырғаҡ һымаҡ бөгөлгән сәнскеле сәтләүек (1—2), июль—сент. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында урмандарҙа һәм уның ситтәрендә, сағыл болондарҙа, аҡландарҙа, юл буйҙарында (азия Й., төклө Й. ш. уҡ һыу ятҡылыҡтарының ярҙары буйлап) үҫә. Составында әсе матдәләр, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ябай Й. — дарыу үҫемлеге, баллы үҫемлек. Төклө Й. — маралдар, боландар, селдәр өсөн мал аҙығы үҫемлеге. Ер өҫтөндәге өлөшөн туҡымаларға йәшел һәм һары буяу алыу өсөн ҡулланғандар.

Р.М.Бәширова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке