ЙӘБЕШМӘ АУЫРЫУЫ, операция (96%) йәки ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары шешеү ауырыуҙары арҡаһында тоташма (тоташтырғыс туҡыманан торған йәбешеү урыны) барлыҡҡа килеүгә бәйле патологик хәл. Н.Ғ.Ғатауллин б‑са ауырыуҙы клиник (ауыртыулы синдром өҫтөнлөк итә, ашҡаҙан‑эсәк дискомфорты) һәм йәшерен (физик эш эшләгәндә, ашағас, эмоциональ стресс кисергәндә һиҙелә) формаларға айыралар. Төп симптомдары: эс ауыртыу, уҡшыу, ҡоҫоу, метеоризм, эсәктәр ҡыуышлығындағы аштың тотҡарланып тороуы һ.б. Ауырыуҙың иң ауыр сағылышы — эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеге. Диагностика өсөн анамнез күрһәтмәләре, клиник һәм инструменталь тикшереү һөҙөмтәләре ҡулланыла. Дауалау: физиотерапевтик, диетотерапия, медикаментоз, хирургик (эсәктәрҙең бер‑береһенә йәбешеү үткәрмәүсәнлеге үтә киҫкен булғанда), шифахана‑курорт шарттарында реабилитациялау. Башҡортостанда Й.а. иҫкәртеү һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) Ғатауллин тарафынан үткәрелә. 60‑сы йй. башлап аш һеңдереү юлының хәрәкәт әүҙемлеге тикшерелә, ҡорһаҡ ярыһы йәбешмәһенең алдан иҫкәртеү юлдары (новокаин, гидрокортизон һәм ҡорһаҡҡа йүнәлтелгән гипотермия ҡулланыу), диагностикалау, ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау ысулдары өйрәнелә (Р.Ф.Мөхәммәтрәхимов, Һ.Н.Хунафин). 1976 й. Өфөнөң 6‑сы дауаханаһы базаһында (хәҙ. БДМУ клиникаһы) Й.а. ауырыуҙарын дауалау һәм реабилитациялау б‑са Башҡ‑н респ. үҙәге ойошторола (1996 й. башлап Пластик абдоминаль хирургия б‑са Рәсәй федератив үҙәге). 90‑сы йй. алып Й.а. (Ө.М. Абдуллин, П.Г.Корнилаев, Р.З.Латипов, В.В.Плечев) һәм үтә киҫкен эсәк үткәрмәүсәнлеген (М.Һ.Ҡунафин) диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау, ш. иҫ. аҙ инвазив технологиялар ҡулланыу (В.М.Сибаев, Ф.М.Әғзәмов һ.б.), ысулдары камиллаштырыла. 2000 й. башлап ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларына операциянан һуң барлыҡҡа килгән йәбешмәне алдан иҫкәртеү ысулдары эшләнә (Р.Р.Шәүәлиев һ.б.).

Әҙәб.: Плечев В.В., Тимербулатов В.М., Латыпов Р.З. Спаечная болезнь брюшины. Уфа, 1999.

Һ.Н.Хунафин

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Текст на русском языке