ЙЫЛАЙЫР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. Йылайыр кантонының пед. курстары нигеҙендә пед. техникумы булараҡ асыла, 1936 й. башлап Й.п.у. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп (1947—52) уҡыу бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барыла. Училищела тиҙләтелгән пед. курстары эшләгән. Йыл һайын 117—170 кеше уҡытыла. 1 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән, улар араһында Н.Р.Иреков; бында ш. уҡ М.Н.Кәримов уҡыған. 1955 й. Й.п.у. Мораҡ башҡорт педагогия училищеһы составына инә.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018