ЙӘШЕЛ КУЛЬТУРАЛАР, япрағы, япраҡ һабағы һәм йәш һабаҡтары аҙыҡ итеп ҡулланылған йәшелсә. Й.к. һуған (ҡыяҡлы), пекин кәбеҫтәһе, ирәүән, салат, әнис, шпинат, ҡуҙғалаҡ һ.б. инә. Тиҙ өлгөрә (йәшел һуған — 20—35, салат — 30—45, әнис 40 көн эсендә өлгөрә), һалҡынға бирешмәй, уңдырышлы һәм дымлы тупраҡта яҡшы үҫә. Йәшел япраҡтары күсереп ултыртыуға яраҡһыҙ, тиҙ боҙола. Й.к. асыҡ (ужым, ҡышҡы, иртә яҙ һәм аралаш сәсеүлектәр) һәм ябыҡ грунтта үҫтерәләр. Башҡортостанда һуған, әнис, петрушка, сельдерей, салат, ҡуҙғалаҡ, ирәүән һ.б. үҫтерелә. Й.к. үҫтереү өсөн иң уңайлы климат шарттары Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урмандала зонаһында. Шулай уҡ ҡара: Тәмләткес культуралар.

 

Әҙәб.: Галеев Н.А. Овощи, малораспространённые в Башкортостане. Уфа, 1996.

И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке