ЙӘШЕЛ (ҺАҠЛАНА ТОРҒАН) ЗОНА, урман йәки ултыртылған ағастар м‑н ҡапланған, тәбиғәттең йә кешенең кире йоғонтоһон, рекреацияны иҫкәртеү маҡсаты м‑н торама пункттар һәм уларҙың тирә‑яғында бүленгән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре. Майҙаны һәм терр. урыны торама пункттың ҙурлығын, унда урынлашҡан сәнәғәт пр‑тиеларының һанын, 20 йылға тиклем үҫеш перспективаһын, насар климат йоғонтоһон, төтөн, газ м‑н зарарланыуын, урман һәм урман ултыртыу өсөн ерҙәрҙең, ш. уҡ йылғалар, күлдәр һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарының булыу-булмауын иҫәпкә алып билдәләнә. Й.(һ.т.)з. урмандары 1‑се төркөм урмандарына ҡарай, тәғәйенләнеше б‑са урман хужалығы һәм урман паркы (халыҡтың ялын ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән) өлөштәренә бүленә. Халҡы 1 млн кеше булған ҡалалар өсөн Й.(һ.т.)з. составы һәм күләме дәүләт стандарты м‑н, 1 млн ашыу булғандарға — индивидуаль проекттар б‑са билдәләнелә. Тирә‑яғында тәбиғи һәм башҡа йәшел ултыртмалар булмаған торама пункттар өсөн яһалма юл м‑н а.х. яраҡһыҙ ерҙәрҙә Й.(һ.т.)з. булдырырға мөмкин. Тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда 1943 й. Бәләбәй, Бөрө ҡҡ., Мәләүез эшселәр ҡсб (хәҙ. Мәләүез ҡ.), Шишмә (хәҙ. Шишмә ҡсб), Йылайыр, Языково ауылдарында Й.(һ.т.)з. бүленгән. Республикала Й.(һ.т.)з. дөйөм майҙаны 315 мең га (тейешле майҙандың 70%‑ы); Өфөлә — 71 мең га (26,4). Белорет ҡ. Й.(һ.т.)з. иң ҙуры (18,3 мең га, йәки 232%), Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ., Бүребай а. 50%‑тан кәмерәк. Сибай ҡ., Аҡъяр, Бүздәк, Борай, Кушнаренко ауылдарында Й.(һ.т.)з. бөтөнләй юҡ.

А.В.Конашов

Тәрж.Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке