АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР, һәр юлда баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө булған ярым ирекле шиғыр системаһы. А.ш. күп кенә урыҫ былиналарына һәм тарихи йырҙарына хас күренеш, 1910—20 йй. урыҫ шиғриәтендә ҙур урын алған. Башҡ. шиғриәтендә А.ш. ритмик нигеҙен Р.Ниғмәти В.В.Маяковский шиғырҙарын һәм поэмаларын башҡорт теленәтәржемә иткәндә файҙаланған. Ш.Бабичтың “Халҡым өсөн”, Ғ.Сәләмдең “Йөрәк түрендә”, Ә.Үтәбайҙың “Урланған Урал”, “Азатлыҡ”, “Хәнйәр” шиғырҙары А.ш. м‑н яҙылған. А.ш. һәм ирекле шиғыр формаһында Ш.Анаҡ, Й.Гәрәй  һ.б. ижад иткән.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке