ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы (4.3.1951, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Моҡас а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2012), юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй, 1978 й. алып Сибай ҡала халыҡ депутаттары советы башҡарма ком‑тында. 1985 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. 1990 й. алып БР ЮС‑ының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре б‑са комиссияһы, 1995—99 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһының урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр эштәре, йәмәғәт һәм дини берекмәләр б‑са ком‑ты, 2003 й. башлап урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берекмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте б‑са ком‑ты, 2008 й. — урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре б‑са ком‑ты рәйесе, 2010 й. — Секретариат етәксеһе, бер үк ваҡытта 2005 й. алып БДУ-ның Хоҡуҡ ин‑ты дәүләт хоҡуғы каф. мөдире вазифаһын башҡара. 2013 й. — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре б‑са ком‑ты рәйесе, 2014 й. — БР Конституция Суды рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре конституцион, экологик хоҡуҡ, Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—4‑се саҡырылыш депутаты. 1996—2000 йй. Европа Советының Урындағы һәм төбәк властары конгресында (Страсбург ҡ., Франция) РФ вәкиле. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2011).

Хеҙм.: Правовой статус Башкортостана в составе России: историко‑правовое исследование. Уфа, 2002; Конституционно‑правовое развитие Башкортостана. Уфа, 2008.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.