ЙӘНЕКӘЕВ Заршат Дәүләтша улы (29.3.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сафар а. — 28.6.2011, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1992). РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. юрисы, БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) БАССР‑ҙың Бүздәк һәм Нуриман р‑ндары, Өфөнөң Киров р‑ны прокуратураһы тәфтишсеһе; 1963 й. алып БАССР ЭЭМ‑ының тәфтиш бүлеге нач., 1965 й. — БАССР Прокуратураһының тәфтиш бүлеге прокуроры. 1973 й. башлап БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй: 1984—88 йй. совет хоҡуғы каф. мөдире, 1992 й. башлап декан, 1999—2003 йй. дир., бер үк ваҡытта 1994—2010 йй. енәйәт хоҡуғы һәм процесы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре енәйәт хоҡуғы һәм процесы проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Проблемы эффективности мер уголовно‑процессуального пресечения. Казань, 1982; Принципы применения мер пресечения по уголовным делам. Уфа, 1997; Роль решений конституционного суда Российской Федерации в уголовном судопроизводстве. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018