ЙӘНЕКӘЕВ Әбүбәкер Әбделкәрим улы (15.9.1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 3.10.1983, Өфө), педагог. Пед. ф. канд. (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Үҙәк халыҡ мәғарифы ойоштороусылары ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1924). 1917—22 йй. Өфө губернаһында уҡытыусы, башланғыс мәктәптәр мөдире, 1924—29 йй. БАССР‑ҙың мәғариф ХК‑нда инспектор‑методист. 1933—62 йй. БДУ‑ла эшләй: 1936—38 йй. һәм 1941—43 йй. дир. урынбаҫары, 1953—58 йй. пед. һәм психология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1933 й. алып Башҡ‑н пед. ҒТИ дир., 1935—36 йй. БАССР мәғариф ХК‑ның уҡытыусылар әҙерләү идаралығы начальнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда халыҡ мәғарифының барлыҡҡа килеү һәм үҫеү тарихына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башкирский научно‑исследовательский институт педагогики //Культурное строительство в Башкирии за 15 лет. Уфа, 1934; Школы Башкирии в XVIII веке и первой половине XIX столетия //Сборник трудов кафедры педагогики и психологии БГПИ им. К.А.Тимирязева. Уфа, 1946. Вып.2.; О подготовке учительских кадров из нерусских национальностей в дореволюционное время //Шунда уҡ.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018