ЙОСОПОВ Ринат Шәйхулла улы (1.1.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рапат а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1965—2007 йй. Саҡмағош р-нының “Карл Маркс” АХПК‑нда эшләй: тракторсы‑машинист, 1997—2004 йй. инженер‑технолог. 1976 й. эш нормаһын 1,6 тапҡыр арттырып үтәү һәм һөрөүҙең сифатын яҡшыртыу һөҙөмтәһендә Й. бригадаһы юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы 26,1 ц/га тәшкил итә. Ленин (1974, 1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Әҙәб.: Гафуров М. Постоянство //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

П.: Р.Ш.Йосопов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.