ЙОСОПОВ Риф Сәғәҙәтулла улы (4.8.1964, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сыйрышбаш а.), инженер-гидротехник. А.х. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) Саҡмағош р‑нында эшләй: энергетик, 1988 й. алып баш инженер, 1992 й. башлап С.М.Киров ис. к‑зд, 2000 й. — “Алға” АХПК рәйесе, 2003 й. алып район хакимиәте башлығы. Фәнни эшмәкәрлеге һыйыр малының бестужев тоҡомон, аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомон, уларҙың ҡатнаш тоҡомдарын; ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын өйрәнеүгә арналған. Й. тарафынан тупраҡ—үҫемлек—хайуан системаһында һыйыр малының етештереү потенциалын рациональ ҡулланыу дәлилләнгән. 60-тан ашыу яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Основы повышения эффективности сельскохозяйственного производства в Западной зоне Башкортостана. Уфа, 2001 (авторҙ.); Абердин‑ангусский скот России. Уфа, 2002 (авторҙ.); Использование голштинов при совершенствовании бестужевского и чёрно‑пёстрого скота. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.