ЙОСОПОВ Ҡасим Нәзиф улы (26.11.1935, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Сырышбаш а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Сыйрышбаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1985), проф. (1991). РФ‑тың (2006), БАССР‑ҙың (1985), ТР‑ҙың (2007) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Саҡмағош р‑нының Митрәй‑Әйүп  урта мәктәбендә уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са урынбаҫар. 1961—65 йй. ВЛКСМ‑дың Саҡмағош р‑ны һәм Башҡортостан өлкә ком-ттарында эшләй. 1968 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә: 1971 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1972 й. – сектор мөдире. 1990 й. башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тында, 1995 й. — БДУ‑ла (2011 й. тиклем милли иҡт. каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге төбәк иҡтисады мәсьәләләренә арналған. Й. тарафынан халыҡ хужалығы комплексын баланс ысулы нигеҙендә тармаҡ‑ара һәм төбәк‑ара анализлауҙың фәнни йүнәлеше эшләнә. Ул төбәкте милли иҡт. функциональ һәм бүлек системаһы өлөшө булараҡ комплекслы һәм системалы анализлауҙың теоретик‑методологик принциптарын булдыра. 400‑ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ш. уҡ “Имәндәр” (1995), “Сыйрышбаш хикмәттәре” (2011), “Тамырҙар” (2006; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. китаптар авторы. М.И.Тоҡомбәтов ис. (2006), Ғ.Рамазанов ис. (2005) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Автономная республика в системе  общественного воспроизводства. М., 1980; Макроэкономический анализ регионального продукта. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.