ЙҮРҮҘӘН, йылға, Ҡариҙел й. һул ҡушылдығы. Машаҡ һыртының көньяҡ‑көнсығыш итәгендә башлана. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа аға, Егәлгә һыртының төньяҡ битләүен урап үтеп, Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа (Ҡытау һәм Илек йй. тамаҡтары араһындағы участкала төньяҡҡа аға) һәм артабан БР‑ҙың Салауат, Дыуан һәм Ҡариҙел р‑ндары буйлап аға. Ҡариҙел й. (тамағынан 262 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 404 км, басс. майҙаны 7240 км2, дөйөм түбәнәйеүе 515 м. БР терр‑яһында оҙонлоғо яҡынса 224 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 63%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 28%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 9%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3/с): Ҡариҙел р‑ны Әтнәш а. эргәһендә — 56,2, тамағында — 62,2. Физик‑геогр. шарттар үҙенсәлеге б‑са басс. таулы (башынан Салауат р‑ны Малаяҙ а. тиклем) һәм тигеҙ (тамағына тиклем) өлөштәргә бүленә. Таулы өлөшө Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау алды һәм тауҙары сиктәрендә урынлашҡан. Төрлө составтағы кристалл һәүерташтарҙан, аҫҡы һәм урта рифейҙың кварциттарынан, доломиттарынан, эзбизташтарҙан, ҡомташтарҙан, девон һәм карбондың балсыҡлы һәүерташтарынан тора. Ландшафы тау‑урман һәм һоро урман тупрағындағы шыршы, аҡ шыршы, ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан ғибәрәт. Тигеҙ өлөшө Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегендә һәм Өфө яйлаһында урынлашҡан; мергелдәрҙән, конгломераттарҙан, эзбизташтарҙан һәм пермь ҡомташтарынан тора. Ландшафы көлһыуланған ҡара тупраҡтағы урман‑далаларҙан ғибәрәт. Басс. 90%‑ын — урман, 45%‑ын — карст, 1%‑ын һаҙлыҡ биләй. Йылға Көньяҡ Урал ҡурсаулығында башлана, Й. урта ағымында “Янғантау” шифаханаһы урынлашҡан. Тамағына тиклем 16 км оҙонлоғонда суднолар йөрөшлө. Ҡушылдыҡтары: уң — Кошеловка, Оло Көтөм, Оло Бәрҙәш; һул — Ҡытау, Көҫкәнде, Илек һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке