ЙОМАҒУЖА РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Мәләүез, төньяҡ‑көнсығышта — Бөрйән, көньяҡ‑көнсығышта — Күгәрсен р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Көйөргәҙе р‑ны м‑н сиктәш булған. 1935 й. 3 февр. БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Мораҡ р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Мәләүез р‑ны, 1965 й. Күгәрсен р‑ны составына индерелгән. Майҙаны — 1935 км2. Район үҙәге — Йомағужа ауылы. Районда 9 ауыл советы, 91 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 21,4 мең кеше (1959), күбеһенсә башҡорттар һәм урыҫтар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә һәм иген культуралары үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 24 колхоз, 66 дөйөм белем биреү мәктәбе ш. иҫ. 3 урта мәктәп, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 7 клуб учреждениеһы, китапхана булған. “Ударсы” гәз. сыҡҡан.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018