ЙЫЛҒАЛАР, үҙҙәре һалған юл б‑са аҡҡан, үҙҙәренең һыу йыйыу бассейнының ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙары м‑н туйынған һыу ағымдары. Рельефтың уйпат формаларында — үҙәндәрҙә ағалар. Й. башы (башланған урыны) һәм тамағы (диңгеҙгә ҡойған йәки башҡа Й. м‑н ҡушылған урыны) айырыла. Й. күлдәрҙән, һаҙлыҡтарҙан, ер аҫты һыуҙары сығанаҡтарынан (мәҫ. Ҡорғаҙаҡ) башлана. Диңгеҙгә йәки күлгә дөйөм ағым йәки ҡылымыҡтар системаһы м‑н ҡойған Й. йыйылмаһы Й. системаһын барлыҡҡа килтерә, ул төп Й., 1‑се дәрәжә (төп Й. ҡойоусы), 2‑се, 3‑сө һәм артабанғы дәрәжә ҡушылдыҡтарынан (ҡушылдыҡтарҙың ҡушылдыҡтары) тора. Й. йыл әйләнәһенә туйыныу үҙенсәлектәренә ҡарап, яҙғы ташҡын, ташҡын, межень Й. айырып йөрөтәләр. Теге йәки был терр‑ялағы Й. йылға селтәрен барлыҡҡа килтерә; уның структураһы урындың геол. төҙөлөшөнә, рельефына, климатына, йылға селтәренең тығыҙлыҡ коэф., Й. үҙәненең ауышлығына һ.б. бәйле. Режимының формалашыу шарттарына ҡарап, тигеҙлек, тау, күл, һаҙлыҡ, карст Й.; оҙонлоғо б‑са — бәләкәй (100 км тиклем), уртаса (100—500) һәм ҙур (500 км ашыу) Й. айырыла. Ағымын көйләү һәм хужалыҡта файҙаланыу өсөн Й. һыуһаҡлағыстар, гидроэлектростанциялар һ.б. гидротехник ҡоролмалар төҙөйҙәр. Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 57366 мең км булған 12725 Й. бар, күп Й. оҙонлоғо 10 км әҙерәк. Башҡортостандың Урал алдына йылға селтәренең түбән тығыҙлығы хас (Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә 0,25—0,35 км/км2 һәм Өфө яйлаһында 0,2—0,3 км/км2), Й. башлыса тигеҙлек тибында, һыу йыйымы карстың киң таралыуы, түбән дымлылыҡ м‑н айырыла (Дим, Ҡармасан, Өҫән, Өфө, Сәрмәсән, Тере Танып, Әй йй. һ.б.). Карст Й. осрай: Атыш сумған, Ағуй уҙған (Ләмәҙ й. басс.), Саруа һ.б. Респ. йылға селтәренең ҙур тығыҙлығы (0,6—0,8 км/км2) Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә (Егән, Еҙем, Ләмәҙ, Нөгөш, Эҫем йылғалары һ.б.) күҙәтелә. Йыйырсыҡланыу зонаһында Й. тау тибына ҡарай, үҙәндәре меридиональ йүнәлешле, тау‑ара уйпатлыҡтарында башланып, тау һырттарын киҫеп үтә (Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән йй. үрге ағымы). Башҡортостандың Урал аръяғы Й. йылға селтәренең түбән тығыҙлығы (0,2 км/км2 кәм) һәм миҙгел б‑са һыу ағымының (Кесе һәм Оло Ҡыҙыл, Төйәләҫ, Урал, Һаҡмар йй.) көйләнгәнлеге хас. Ағиҙел һәм Өфө йй. урта һәм түбән ағымында суднолар йөрөй (ҡара: Йылға транспорты). Саруа һәм Яманйылға йй. — тәбиғәт ҡомартҡылары.

В.А.Загорский

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на башкирском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.