ЙӨҘЛӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив үҙенсәлектәре булған тау тоҡомдары. Төрлөсә барлыҡҡа килгәндәр: магматик (гранит, сиенит, диорит, габбро, долерит, лабрадорит, туф, порфир һ.б.), ултырма (эзбизташ, доломит, ҡомташ, гипс), метаморфик (мәрмәр, кварцит). Й.т. сифаты уларҙың физик‑химик үҙенсәлектәре (ныҡлығы, һыуыҡҡа сыҙамлығы, ышҡылыуы һ.б.), биҙәлеше (шымартылыу мөмкинлеге, текстураһы һәм төҫө), сығырлығы (Й.т. ятҡылыҡтарының сәнәғәттәге баһаһын билдәләй) м‑н билдәләнә. Юғары декоратив, декоратив һәм түбән декоратив; ныҡлығы б‑са — ныҡлы, уртаса ныҡлы һәм ныҡлығы түбән булған; сығырлығы б‑са I төркөм (блоктарҙың дәүмәле 5,0 м3 сиктәрендә), II төркөм (3,5—5,0), III төркөм (0,7— 3,0), IV төркөм (0,1—0,7) Й.т. айырыла. Биналарҙы, күпер бағаналарын, иҙән һәм баҫҡыстарҙы тыштан һәм эстән йөҙләүҙә, һәйкәлдәр һәм ҙур архитектура деталдәре (колонналар, пилондар һ.б.) төҙөүҙә ҡулланыла. БР терр‑яһында Мансур гранит (Учалы р‑ны), Төньяҡ Боҫҡон долерит һәм Шратау габбро (икеһе лә — Баймаҡ р‑ны) ятҡылыҡтары үҙләштерелә. Ташморон гранит (запасы бәләкәй; Учалы р‑ны); Асы (уртаса), Бәҙәреш (уртаса), Мулдаҡай һәм Инйәр (ҙур) ылымыҡлы эзбизташ, Ҡаҙыш мәрмәр эзбизташ (бөтәһе лә — Белорет р‑ны), Рысҡужа йөҙләү ташы ятҡылыҡтары, Йәнгел эзбизташ (Әбйәлил р‑ны), Кесе Мишәр оолит эзбизташы (уртаса; Благовещен р‑ны) һ.б. ятҡылыҡтар разведкаланған. Мансур ятҡылығы граниттары аҡһыл һоро төҫтә, бер төрлө эре бөртөклө, ярыҡтары аҙ, декоратив, ныҡлығы юғары һәм һыуыҡҡа сыҙамлы, сығырлығы I—III төркөм; Ташморон ятҡылығы граниттары һоро төҫтә, декоратив, сығырлығы III—IV төркөм; Төньяҡ Боҫҡон ятҡылығы долериттары ҡара төҫтә, нәҙек бөртөклө, монолит; Шратау ятҡылығының габбро һәм габбро‑нориттарына тотанаҡһыҙ сығырлыҡ, һәүерташлыҡ хас; Асы, Бәҙәреш, Мулдаҡай һәм Инйәр ятҡылыҡтары эзбизташтары зәңгәрһыу һоро, һоро, алһыу һәм ҡыҙғылт көрәндән ҡарағусҡыл ҡыҙылға тиклем, һорғолт һары, декоратив һәм юғары декоратив; Ҡаҙыш ятҡылығының мәрмәр эзбизташтары ҡара, ҡуйы һоро төҫтә, юғары декоратив, сығырлыҡтары III—IV төркөм; Кесе Мишәр ятҡылығы эзбизташтарының сығырлығы IV төркөмгә тура килә. Кирәл юғары декоратив авантюринлы кварцит ятҡылығында, Хәмит габбро ятҡылығында һәм Баҡты кварцит‑ҡомташ сығанағында (бөтәһе лә — Белорет р‑ны) эҙләнеүҙәр үткәрелгән.

З.У.Мәғдиева

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.