ЙЫРМАЯЛАН, Йырмаҡай, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км  һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Борма й. (Төй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 175 кеше; 1920 — 227; 1939 — 259; 1959 — 348; 1989 — 124; 2002 — 113; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Өфө‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1895 й. 23 йортта 123 кеше йәшәгән. Шулай уҡ Үлмәҫҡол булараҡ теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке