ЙЫР, МУЗЫКА ҺӘМ ДРАМА СӘНҒӘТЕН ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, проф. музыканттар һәм сәнғәт һөйөүселәр берекмәһе. 1885 й. Өфөлә скрипкасы Д.Н.Севастьянов инициативаһы м‑н ойошторола, Дворяндар йыйылышы бинаһында урынлаша. Муз. кисәләр, концерттар үткәрә, спектаклдәр ҡуйыу, муз.‑пед. эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. Йәмғиәт 390 ағзаны берләштерә, улар араһында пианистар М.И.Андржеевская, О.И.Домбровская, К.П.Краузе, Л.К.Новицкий, В.Д.Паршина, виолончелист Е.И.Чубовский, йырсылар П.А.Ветошников, ағалы‑ҡустылы Емельяновтар, М.П.Естифеева, В.И.Машин, А.С.Цветков һ.б. 1886 й. 1‑се концерт була, унда А.С.Даргомыжскийҙың “Һыуһылыу” (“Русалка”) операһының 3‑сө акты ҡуйыла. Артабан М.И.Глинканың “Иван Сусанин”, Ш.Гуноның “Фауст”, Дж. Вердиҙың “Трубадур” операларынан күренештәр ҡуйыла, Л.Бетховен, Ф.Мендельсон, Ф.Шопендың хор һәм инструменталь музыкаһы, А.С.Аренский, А.Г.Рубинштейн, П.И.Чайковскийҙың романстары, симфоник оркестр (дирижёрҙар С.П.Копылов, Ф.Ф.Мотль), хор (художество етәкселәре А.А.Попов, Виноградов, В.А.Скворцов) һәм солистар ҡатнашлығында халыҡ йырҙары һ.б. башҡарыла. Йәмғиәт ағзалары тарафынан Өфөнөң 300 йыллығына арналған гимн, В.И.Виноградов тарафынан Е.В.Иванова шиғырына Н.В.Гоголь иҫтәлегенә Кантата, О.И.Андрюкова‑Шиленкова, И.П.Райский тарафынан Е.Попова шиғырына С.Т.Аксаков иҫтәлегенә Кантата ижад ителә. Йәмғиәт м‑н В.В.Тиманова, Е.Я.Цветкова, Ф.И.Шаляпин эшмәкәрлеге бәйле. 1906 й. йәмғиәттең эше туҡтатыла.

Әҙәб.: Ланге В.К. Из истории музыкальной жизни дореволюционной Уфы //Вопросы музыковедения. Уфа, 1977. Вып. 3.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018