ЙЫЛЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 57 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 124 кеше; 1920 — 248; 1939 — 156; 1959 — 256; 1989 — 322; 2002 — 317; 2010 — 254 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ишбирҙе урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1847 й. һәм 1850 й. арауығында Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Сәғәҙәт Йылымов фамилияһы м‑н аталған. 1866 й. 44 йортта 202 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән.

Ә.З.Сәйғәфәров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018