АКУШЕР‑ФЕЛЬДШЕР МӘКТӘПТӘРЕ, урта мед. уҡыу йорттары. Рәсәйҙә 19 б. аҙ. алып асыла. ЭЭМ ҡарамағында була. Ҡаҙна, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотола. Ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш А.‑ф.м. була. Прогимназияны йәки гимназияның 4 класын тамамлаған, ҡабул итеү имтихандарын тапшырған 16—36 йәштәге бөтә төр ҡатлам кешеләре ҡабул ителгән. Уҡыу курсы 4 йыл тәшкил иткән. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, дөйөм белем биреү (ботаника, геометрия, зоол., латин теле, физика, химия, һыҙым) һәм махсус (акушерлыҡ, анатомия, гигиена, гинекология, диагностика, патология, психиатрия, рецептура, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү, фармакол., физиол., хирургия, эске ауырыуҙар, күҙ ауырыуҙары, балалар ауырыуҙары, тире һәм енси ауырыуҙар, шәхси патология һәм терапия һ.б.) фәндәр; мед. практикаһы ингән.

Өфө губернаһында 1904—08 йй. Өфөлә Ярлылар попечителлеге ком‑ты асҡан шәхси ҡатын‑ҡыҙҙар А.‑ф.м. эшләй; бер генә сығарылышы була (15 кеше). 1908 й. Өфөлә земство ҡатын‑ҡыҙҙар А.‑ф.м. асыла. Өфө губ. уҡыусылары өсөн уҡыу түләүһеҙ була, башҡалар өсөн — йылына 40 һум. Өлгәшеүсе уҡыусыларға земство стипендия түләй. Гигиена, фарм. һәм химия лаб., анатомия һәм зоол. музейҙары була. 1912 й. мәктәптә 19 педагог эшләй, улар араһында 4 мед. д‑ры һәм 2 дини тәғлимәт канд.; 1915—16 йй. 119 уҡыусы уҡый. 1914—15 йй. мәктәп эргәһендә 6 аҙналыҡ шәфҡәт туташтары курстары эшләй. 1910 й. 1 кластағы 27 уҡыусының 11‑е мещан, 5‑һе дворян, 4‑һе чиновник, 5‑һе крәҫтиән, 2‑һе рухани балаһы була. 730‑ҙан ашыу белгес әҙерләнгән (1922). Түләүһеҙ уҡып сыҡҡандар Өфө губерна земствоһы юлламаһы б‑са һәр уҡыған йыл өсөн ярты йыл эшләргә бурыслы була; отличие м‑н тамамлағандар мед. вуздарына ебәрелә. 1926 й. фарм. мәктәбе м‑н берләшкәндән һуң Өфө А.‑ф.м. Н.Нариманов ис. Башҡ. мед. техникумы (ҡара: Медицина колледжы) итеп үҙгәртелә. Дир.: А.И.Подбельский (1908 й. алып), Г.С.Ройзенцвит (1921 й. алып).

Т.М.Әминев

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.